Өфөлә “Башҡорт балы” фестивале уҙҙы
14 сентябрҙә Өфөлә “Башҡорт балы” фестивале уҙҙы.
Сарала 120-нән ашыу умартасы ҡатнашты, улар ҡала халҡына һәм баш ҡала ҡунаҡтарына төрлө-төрлө бал, умартасылыҡ продукцияһын тәҡдим итте.
Күсмә ветеринар лабораторияларҙа барлыҡ теләүселәр бушлай балдың сифатын тикшерә алды.
Белгестәр йәмғеһе 200-ҙән ашыу проба тикшерҙе. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, балдың сифаты бөтә стандарттарға тап килә.
Фестивалдә ветеринар лабораторияларҙың эшен Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаларын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының Агросәнәғәт комплексы һәм урман хужалығы департаменты директоры Светлана Белова, Өфө мэры Өлфәт Мостафин баһаланы.
Башҡорт балын Канадала 46-сы Конгреста бөтә донъя умартасылары ла билдәләне, уның иң яҡшыһы тип, 7 награда тапшырып.
Башҡортостан Республикаһының дәүләт ветеринария хеҙмәте эпизоотик именлек һағында тора.

