Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башкортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы

Башҡортостан халҡы ҡорбан байрамын ҡаршы алырға әҙерләнә

9 Август 2019
10
0

Башҡортостан халҡы ҡорбан байрамын ҡаршы алырға әҙерләнә

Быйыл Өфөлә изге ғәмәлде үтәр өсөн ике майҙан бүленгән. Уларҙың береһе былтырғы кеүек баш ҡаланың көньяғында урынлашһа, икенсеһе өсөн тәүге тапҡыр төньяҡ автовокзал биләмәһе һайланған. Ҡорбан салыу урындарының арттырылыуы тәү сиратта халыҡ уңайылығы өсөн эшләнә. Сөнки Черниковка йәки Инорс биҫтәһендә йәшәүселәргә ҡаланың икенсе осона барып етеү байтаҡ ваҡытты ала. Изге байрамға әҙерлек барышы менән БСТ каналы хәбәрсебеһе Илдар Байбулатов ҡыҙыҡһынды.

Ауыл кешеһенә мал аҫрау йылдан-йыл ауырыраҡ бирелә. Сөнки ҡатмарлы һауа шарттары етерлек күләмдә бесән әҙерләргә мөмкинлек бирмәй. Быйыл да Әбйәлил районының күп кенә ауылдары ҡоролоҡҡа дусар булды. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан малсылыҡ, шул иҫәптән һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәр кәмемәй. Иҙәш Ҡусҡары ауылы эргәһендә был хужалыҡта, башлыса Иҙелбай тоҡомло һарыҡтар аҫрала. Йыл һайын уның хужаһы Ҡорбан байрамы өсөн уртаса һимертелгән ваҡ малды баш ҡалаға оҙата.

Быйыл республикала 11 меңгә яҡын һарыҡ ҡорбан ителер тип көтөлә. Шуларҙың өс мең ярымы Өфөлә салына. Алдағы йыл менән сағыштырғанда был мең башҡа күберәк. Шуның өсөн дә баш ҡалала изге ниәт ҡылыусылар өсөн өҫтәмә урын булдырылған.

Ике йыл элек Өфөлә мәсет биләмәләрендә бындай йолалар уҙғарыу тыйылды. Хәҙер ваҡ малды ошондай махсус урындарҙа ғына салдырырға мөмкин. Был беренсенән төрлө ауырыуҙарҙы иҫкәртә, икенсенән ҡандың ергә ҡойолоуына юл ҡуймай.

Әйткәндәй, ҡорбанға килтереләсәк бар һарыҡтар ҙа ветеринарҙар тарафынан етди контролгә алына. Үткән йылдарҙан айырмалы быйыл Башҡортостанға ситтән ваҡ малдар индереү көтөлмәй. Барыһы ла урындағы хужалыҡтарҙа аҫралған һарыҡтар.

Был байрамдың тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Аллаһ ҡушыуы буйынса улы Исмәғилде ҡорбанға килтерергә йыйынған Ибраһим пәйғәмбәргә алмашҡа һарыҡ бирелә. Шул ваҡыттан бирле мосолмандар ҡорбанға мал сала. Ә ҡорбан ғәйете иң олуғ байрамдарҙың береһе тип һанала.

Быйыл мосолман донъяһы Ҡорбан байрамын 11 августа ҡаршылай. Мәғлүм булыуынса, ул Ураҙанан һуң 70 көн үткәс билдәләнә. Был юлы байрам йәкшәмбегә тура килә, шуға ла Башҡортостанда алдағы дүшәмбе лә рәсми ял көн булып һанала.

Автор: И.Байбулатов.

  • БСТ Айбулат Сисанбаев

  • Башҡортостан халҡы ҡорбан байрамын ҡаршы алырға әҙерләнә