Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башкортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы

Bash.News: Башҡортостан ветеринарҙары ла донъя тәжрибәһен өйрәнә

30 Июль 2019
2
0

Был көндәрҙә ветеринар тармаҡ белгестәре өсөн махсус уҡыуҙар ойошторолдо. Көнүҙәк темаларҙың береһе – Башҡортостанда бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуы, бал ҡорто сирҙәре һәм улар менән көрәшеү юлдары. Шулай уҡ хайуандарҙы диагностик тикшереү һәм вакцина иҫәбен автоматлаштырыу, ветеринариялағы лаборатор тикшереүҙәр өсөн биоматериал өлгөләрен дөрөҫ һайлау мәсьәләләре ҡаралды.

Уҡытыу программаһын Мәскәүҙән килгән алдынғы белгестәр алып барҙы. Башҡортостандың ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин һөйләй.

Әйткәндәй, Республикала башҡорт ҡортон үрсетеү үҙәге барлыҡҡа килде. Ул Ишембай районының төпкөлдә ятҡан Кәбәс ауылында урынлашҡан. Умарталыҡтың тап төпкөлдә булыуы башҡорт ҡортоноң таҙа тоҡомон һаҡлап ҡалырға һәм үрсетергә мөмкинлек бирергә тейеш. Әле биләмәлә 500-ҙән ашыу умарта ҡуйылған. Артабан ошо нигеҙҙә башҡорт балын етештереү өсөн иң ҙур умарталыҡ булдырыу күҙаллана.

  • Bash.News: Башҡортостан ветеринарҙары ла донъя тәжрибәһен өйрәнә