Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башкортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы

Bash.News:Өфөлә ит сифатын тикшереү буйынса ветеринар лаборатория асылды

30 Июль 2019
2
0

Дәүләт ҡарамағындағы учреждениела хәләл ит ризыҡтары менән генә эш итеү күҙаллана. Белгестәр махсус шарттарҙа продукцияның сифатын ҡарап, иттең хәләл категорияһын билдәләгән сертификаттар бирә башлаясаҡ. Теманы Флорида Ким дауам итә.

Кибеттә ит һатып алыусылар күп осраҡта продукция ҡайҙа һәм ниндәй шарттарҙа етештерелгән уйлап та тормай. Һуйылған мал итендә күп төрлө инфекция, сирҙәр булыуы мөмкин. Етешһеҙлектәрҙе тәү ҡараштан уҡ билдәләү мөмкин түгел, итте лабораторияла тикшереү талап ителә.

Өфөлә асылған ит лабораторияһында продукция төрлө кимәлдә тикшерелә. Ит һатып алыусылар учреждение намыҫһыҙ эшҡыуарҙарға ҡаршы көрәш алып барырға ярҙам итәсәк тип өмөтләнә.

Лабораторияла ит продукцияһын тикшереү төрлө кимәлдә үткәрелә. Ҡатмарлы анализдар менән бер рәттән ябай һынауҙарға ла урын бар. Махсус пробиркала бешкән ит һурпаһының төҫө, еҫе лә сифат күрһәткестәрен асыҡларға ярҙам итә. Продукцияны тикшергәндә документтарҙың әһәмиәте лә ҙур. Әле ит баҙарында һатылған продукция хәүефһеҙ икәне генә теркәлгән.

Дамир Хузин, Өфө ветеринария станцияһы етәксеһе: “Алдағы көндәрҙә продукцияның хәләл икәнен иҫбатлаған сертификат бүленеүе күҙаллана. Мал ысынлап та, дин ҡанундары буйынса үҫтерелгәне тикшерелгәс кенә бындай документты алып буласаҡ”.
Азат Йыһаншин, Башҡортостандың ветеринария идаралығы етәксеһе: “Иттең хәләл икәнен билдәләр өсөн лаборатория тикшереүҙәре менән генә сикләнеү ҡаралмай. Белгестәр, мал аҫралған ерҙе, ашлыҡты, салыу урынын өйрәнгәс кенә продукция документына хәләл маркаһын теркәргә хаҡлы”.

Автор: Флорида Ким.

  • Bash.News:Өфөлә ит сифатын тикшереү буйынса ветеринар лаборатория асылды