Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башкортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы

Bash.News: Баҡалы районында ҡош киҙеүен бөтөрөүгә йүнәлтелгән команда-штаб уҡыуҙары ойошторолдо

5 Апрель 2019
9
0

Ауырыуҙы дауалауҙан, иҫкәртеү отошлораҡ. Башҡортостандың Ветеринария идаралығы етәкселеге шундай фекерҙә. Бөгөн Баҡалы районында ҡош киҙеүен бөтөрөүгә йүнәлтелгән команда-штаб уҡыуҙары ойошторолдо. Практик семинарға йоғошло вирусҡа ҡаршы көрәшеүсе республиканың 15 район вәкилдәре саҡырылды. Күнекмәләр барышын беҙҙең ижади төркөм күҙәтте.

Команда-штаб уҡыуҙарының сценарийы мөмкин тиклем ысынбарлыҡҡа тап килтерелгән. Һәр ерҙә һаҡланыу саралары, махсус техникалар һәм үҙ эшен яҡшы белгән ветеринарҙар. Шартлы рәүештә Ахман ауылында йәшәүселәрҙең береһе үҙенең шәхси ихатаһында аҫралған ҡош-ҡорттарҙың хәлһеҙләнеүенә зарлана. Бер үк ваҡытта уларҙың муйындары ҡыйшайған һәм тындары ҡыҫылған. Өфөнән килгән белгестәр хужалыҡта ҡош киҙеүе таралыуын асыҡлай. Хәүефле ауырыуҙы тиҙ арала билдәләүҙә яңыраҡ һатып алынған күсмә лаборатория ярҙамға килгән.

Ауырыған ҡоштарҙы белгестәр махсус техника менән ауылдан ситкә оҙата. Һуңынан инде улар яндырыла. Ә был ваҡытта йоғошло сир таралған хужалыҡта механик таҙартыу һәм дезинфекциялау эштәре алып барыла. Сөнки хәүефле вирус ҡоштарҙан кешегә йоғоуы ихтимал.

Ҡош киҙеүе табылған төбәктә һаҡланыу саралары бар ерҙә лә ҡаралған. Әйтәйек, ауылға бер урындан ғына инергә мөмкин. Халыҡ иһә аҙыҡ-түлек менән бушлай тәьмин ителергә бурыслы. Бындай осраҡта икмәк, тоҙ, шәкәр, макарон кеүек ризыҡ төрҙәре резерв фондтан финанслана.

Бәхеткә күрә, ҡош киҙеүе осрағы республикала әлегә теркәлмәгән, шулай ҙа ул халыҡҡа ҙур хәүеф менән янай. Бигерәк тә йылы яҡтан ҡоштарҙың күпләп ҡайтыуы сирҙең таралыуына килтереүе ихтимал. Шуның өсөн дә шәхси йорт ҡоштарына сиргә ҡаршы прививка яһатыу мөһим, ти ветеринарҙар.

Бөгөн республикала 10 миллиондан ашыу ҡош-ҡорт иҫәпләнә. Уларҙың иҫәбе көндән-көн арта бара. Йоғошло сир асыҡланған осраҡта хужалыҡтағы барлыҡ ҡоштарҙы юҡ итергә тура киләсәк. Был инде ҙур финанс юғалтыуҙар тигән һүҙ. Шуға ла ведомство-ара комиссия ултырышында ҡатнашыусылар, ауырыуҙы дауалаға ҡарағанда, иҫкәртеү еңелерәк тигән фекергә килде.

  • Bash.News: Баҡалы районында ҡош киҙеүен бөтөрөүгә йүнәлтелгән команда-штаб уҡыуҙары ойошторолдо