Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башкортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы

"Башҡортостан" гәзите: Бешмә ҡабат бешермәһен өсөн

29 Ғинуар 2019
38
0
Республикабыҙ Рәсәйҙә ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса ҡеүәтле төбәктәр исемлегендә. Йөҙҙән ашыу тоҡомсолоҡ ойошмаһы был юҫыҡта һөҙөмтәле эш алып бара, шәхси ихаталарҙағы мал-тыуар ҙа халыҡты ит, һөт менән тәьмин итеү йәһәтенән лайыҡлы өлөш индерә.

Үкенескә ҡаршы, әленән-әле үҙен һиҙҙертеп торған төрлө ҡурҡыныс ауырыуҙар ғына малсылыҡ тармағына ҙур хәүеф тыуҙыра. 2017 йылда Туймазы һәм Бүздәк райондарындағы ваҡиға был юҫыҡтағы кәмселек­тәрҙе күрһәтеп, бөгөн да һаҡ булырға иҫкәртә, һәр эште еренә еткереп башҡарыуҙы талап итә. Ул саҡта малдарҙа дерматиттың – бер, бешмәнең биш осрағы теркәлде. Сирҙең эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн 50 миллион һум бюджет аҡсаһы сарыф ителде. Бөтәһе 900 баш һарыҡ, 805 һыйыр малы, 53 сусҡа юҡ ителде. Былтыр Күгәрсендә бесәй ҡотороуы күҙәтелде. Тимәк, был йүнәлештә бер генә минутҡа ла уяулыҡты юғалтырға ярамай.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙә инфекция буйынса эпизоотик хәл, шул иҫәптән хайуандар өсөн айырыуса хәүефле ауырыуҙар йылдан-йыл насарлана. Илдең төрлө төбәктә­рендә аҙна һайын тигәндәй уларҙың яңынан теркәлеүе күҙәтелә. Ҙур биләмәләрҙе ялмап алған сирҙәр кешеләр ғүмере өсөн дә ҡурҡыныс.

Башҡортостанды инфекция ауырыуҙары буйынса имен булмаған төбәктәр уратып алған. Был африка сусҡа тағу­ны, ҡош киҙеүе, бешмә, ҡотороу, туберкулез, бруцеллез, нодуляр дерматит кеүек ҡурҡыныс ауырыуҙарҙы таратыуға даими хәүеф тыуҙыра. 2017 йылда, республикала 40 йылдан һуң, Туймазы һәм Бүздәк райондарында хайуандар бешмәһенең биш осрағы теркәлде. Сир бер эшҡыуарҙың ветеринария хеҙмәте менән кәңәшләшмәй республикаға һарыҡтар алып ҡайтыуына бәйле килеп сыҡты. Һөҙөмтәлә бюджетҡа 50 миллион һумдан ашыу зыян килде. Былтыр иһә Учалыла законһыҙ рәүештә ситтән хайуандар алыу сәбәпле, 35 йылдан һуң бруцеллез ауырыуы үҙен һиҙҙертте – ваҡ һәм йылҡы малдарында 13 осраҡ теркәлде. Шулай уҡ хайуандарҙың ҡоторған 12 осрағы хәүефкә һалды. Быларҙың барыһына ла тиерлек даими күҙәтеү булмау, ҡайҙандыр хайуандар һәм ҡоштар, шулай уҡ ит продукцияһы алып килгәндә ветеринария хеҙмәте менән кәңәшләшмәү төп сәбәп булып тора.

Артабан бындай күңелһеҙ хәлдәрҙе булдырмау өсөн республикалағы барлыҡ төр хужалыҡтарҙағы мал-тыуарҙы теркәргә кәрәк. Былтыр Рәсәйҙә ауыл хужалығы малдарын, шулай уҡ ҡорт күстәрен идентификациялау башланды. Был теге йәки был хайуандың ниндәй хужалыҡҡа ҡарауы, уларға ниндәй ветеринар-профилактик саралар үткәрелеүе хаҡында мәғлүмәт алыуға булышлыҡ итәсәк.

14 ғинуарға ҡарата республи­каның барлыҡ хужалыҡтарында һыйыр малының – 83, һарыҡ-кәзәләрҙең – 72, аттарҙың – 46, сусҡаның – 81, бал ҡортта­рының 0,7 проценты идентифи­кацияланған. 13 райондың шәх­си ихаталарында хайуандар тулыһынса тамғаланған. 1 ап­релгә тиклем республикала барлыҡ ауыл хужалығы хайуандарын теркәүҙе тамамлау бурысы ҡуйыла. Ә 1 майға – ҡорт күстәрен. Шулай уҡ бесәй һәм эттәргә чиптар ҡуйыу дауам итә.

Автор: И. ХАҠОВ яҙып алды
Фото: 2qm.ru