Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башкортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы

Йыһаншин Азат Салауат улы

Бүлек: Башҡортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы етәксеһе
Вазифа: Идаралыҡ етәксеһе
Бәйләнеш өсөн мәғлүмәт:
+7(347)218-10-16
Ҡабул итеү ваҡыты:

Ҡабул итеү көнө - шишәмбе

Ҡабул итеү ваҡыты - 15.00-19.00

Алдан яҙыу, теркәү өсөн 2-се разрядлы белгес Мамлеева Наилә Наил ҡыҙы яуаплы.

Яҙылыу өсөн телефон: +7(347)218-10-16

Биография

Йыһаншин Азат Салауат улы 1973 йылдың 3 сентябрендә Учалы районының Имәнғол ауылында тыуған. «Ветеринария» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1990 йылда Учалы районының «Коммунар» колхозында башлай.

1995-2000 йылдарҙа – Учалы районының «Коммунар» ауыл хужалығы кооперативының ветфельдшеры, баш ветеринария табибы.

2000-2004 йылдарҙа – Учалы ҡалаһы ветеринария станцияһының ветеринария табибы.

2004 йылда – Учалы районының «Ирәмәл» ат-сапорт комплексы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры.

2004-2005 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Учалы районы хакимиәтенең баш зоотехнигы, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары.

2006-2007 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Учалы районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы урынбаҫары.

2007-2009 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Учалы районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары – хакимиәттең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы.

2009-2010 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Учалы районы хакимиәте башлығы.

2010 йылда – Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры.2010-2017 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары.

2017 йылдан – Башҡортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы начальнигы – Башҡортостан Республикаһының баш дәүләт ветеринария инспекторы.



  • Документы
  • Новости
  • События
  • Проекты
  • Доклады и выступления
  • Видеогалерея